«Слово творца выше слова правителей». Интервью с Равилем Бикбаевым на башкирском языке
«СЛОВО ТВОРЦА ВЫШЕ СЛОВА ПРАВИТЕЛЕЙ». Интервью с Равилем Бикбаевым
Публикуем отрывок из книги, изданной при поддержке фонда «УРАЛ»
Недавно был издан сборник публицистики «Слово творца выше слова правителей»(«Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе»), посвященный 100-летию образования Башкортостана. Книга готовилась в течение трех лет известными мастерами слова Ниязом Магадеевым и Зугрой Кутлугильдиной и увидела свет благодаря финансовой поддержке Благотворительного фонда «УРАЛ».
В издании собраны интервью с более чем 50 народными поэтами и писателями, лауреатами государственной премии имени Салавата Юлаева. Авторы рассказывают не только о своем творчестве, а прежде всего делятся своими думами о будущем республики, башкирского народа и башкирского языка.
Книга была высоко оценена читателями и поистине стала новым явлением в башкирской литературе. Она очень актуальна сегодня, когда общество начало терять направление, по которому следует двигаться. Это издание дает ответы на многие жизненно важные вопросы.
Первый, кто дает интервью в книге — народный поэт Башкортостана Равиль Бикбаев, который совсем недавно ушел из жизни. К сожалению, чуть ранее в марте земля приняла в свои объятия и Нияза Магадеева. Ниязу Бикьяновичу было 54 года, он, словно чувствуя завершение земного пути, торопился выпустить эту книгу.
Сегодня мы публикуем первое интервью из этой книги — беседу главного редактора журнала «Агидель» Ралифа Киньябаева с Равилем Бикбаевым.
Памяти Равиля Бикбаева и Нияза Магадеева посвящается…
ЙӨРӘГЕНДӘ — ХАЛҠЫ ЯҘМЫШЫ
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән әңгәмә
Шағир — дәүеренең выжданы, заманының намыҫы. Ул ғүмере буйына халҡының яҙмышын, еренең, иленең тарихын яҙа.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, республикабыҙҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, филология фәндәре докторы, 2008 — 2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты булған Рауил Бикбаев башҡорт халҡының ҡаһарман үткәнен, милләтебеҙ батырҙары — Салауаттың ғәййәрлеген, Бабичтың ялҡындарын, Вәлидиҙең рухын, Мортазиндың һыҙланыуҙарын, Рәмиҙең һағыштарын, Карауанһарайҙың шанлы тарихын, быуаттар аша беҙгә килеп еткән хәҙистәрҙең аҡылдарын йөрәгендә йөрөтә һәм халҡына еткерә. Шағирҙың «Халҡыма хат», «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!», «Система», «Баҙар балтаһы», «Башһыҙ һыбайлы», «Барокамера», «Хазина» кеүек бик күп поэмалары һәм башҡа әҫәрҙәре халҡына аманат булып яңғырай, уяулыҡҡа саҡыра, ойоған күңелдәрҙе уята, битарафлыҡтан айныта.
Башҡорт әҙәбиәте хаҡындағы ғилми хеҙмәттәр, ҡәләмдәштәре тураһындағы ижади портреттар, сәйәхәтнамәләр, публицистик мәҡәләләр яҙған, күренекле шағир һәм ғалим Рәшит Шәкүр менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Гимнын ижад иткән, шулай уҡ хәҙистәрҙе шиғри юлдарға һалған, бер нисә томдан торған «Көндәлектәр»ҙең авторы булараҡ та белә уҡыусылар Рауил Бикбаевты…
Ғүмеренең һикһән тигән олпат үренә еткән халыҡ шағиры үҙенең һәм республикабыҙҙың юбилейы алдынан ниндәй уй-тойғолар менән йәшәй, ниндәй ҡыуаныс-шатлыҡтары күңелен йылыта, ниндәй борсолоу-хәстәрҙәр йөрәген һыҙлата — түбәндәге әңгәмәлә шуларға яуап табырға тырыштыҡ.
— Рауил Төхвәт улы, Һеҙ ун алты йыл Башҡортостан Яҙыусылар Союзы идараһы рәйесе вазифаһын башҡарҙығыҙ. Шул осорҙоң иң күркәм һәм иң ауыр йылдары ҡасан булды тип уйлайһығыҙ?
— Һәр замандың үҙенсә матурлыҡтары һәм ҡыуаныстары була. Һәр йыл үҙенсә килә, уның ҡабатланмаҫ ауыр яҡтары ла етерлек. Әлбиттә, һуғыш йылдарында тотош илгә ҡара бәләләр ябырылғайны. Мин Яҙыусылар союзында эшләгән дәүерҙә илгә ундай ауырлыҡтар өйөлмәһә лә, ҡыйынлыҡтары ла етерлек ине. Нәҡ уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында донъялағы иң ҡеүәтле илдәрҙең береһе СССР ҡыйралды, дәһшәтле коммунистар фирҡәһе юҡҡа сыҡты. Ул тарихи юғалтыуҙарҙың касафаттарын әле һаман да ауыр кисерәбеҙ. Мин эшләй башлағанда донъя кризисы башланды, ижади ойошмабыҙҙың финанс хәле бик мөшкөл ине. Эш хаҡтары юҡ дәрәжәһендә, бензинға аҡса табып булмай, телефонһыҙ ултырған саҡтар ҙа булды. Командировкаларға йөрөү тураһында уйлау ҙа юҡ. Ләкин ошо уҡ йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының дәүләтселеге яңы кимәлгә күтәрелде, үҙаллығыбыҙ көсәйҙе. Был осорҙа тарихыбыҙға яңыса ҡараш нығынды, күп нәмәләр хаҡында ауыҙ тултырып һөйләшеү мөмкинлектәре тыуҙы. Нәҡ ошо осорҙа театрҙар, яңы ижтимағи үҙәктәр асылды, төрлө телдәрҙә яңы журналдар һәм гәзиттәр сыға башланы, ҡоролтайҙар, беҙҙең ижади-әҙәби съездар шаулап үтте, халыҡ-ара бәйләнештәр нығынды. Яңыса фекерләү, киңерәк ҡараштар үҙен раҫланы. Элек тыйып киленгән шәхестәр һәм ваҡиғалар тураһында дөрөҫөн әйтеп һөйләү мөмкинлеге тыуҙы. Башҡорт теле дәүләт теле юғарылығына күтәрелде.
— Шағир, ғалим, публицист, сәйәсмән… — ошо өлкәләрҙең ҡайһыһы һеҙгә нығыраҡ яҡын?
— Быларҙың һәр береһе үҙенсә күңелемә яҡын, ләкин уларҙың барыһы ла шиғриәттән юл ала. Ижад юлым шиғырҙан башланды, ғүмеремдең аҙағына тиклем шулай булыр тип уйлайым.
— Ғүмер юлығыҙҙа күп билдәле шәхестәр менән аралашҡанһығыҙ. Шуларҙан кем һеҙгә айырыуса ныҡ йоғонто яһаны?
— Миңә, ысынлап та, һоҡланғыс шәхестәр менән аралашырға насип булды, ләкин үҙем күреп белмәгән, туранан-тура бәйләнештә булмаған күренештәр ҙә минең өсөн бик ҡәҙерле.
«Шәжәрәң Урал батырҙан башланғанын оноторға, / Эй, башҡортом, юҡ хаҡың» тип яҙғайным «Минең шәжәрәм» исемле шиғырымда. Тарихи тамырҙарыбыҙ бына ҡайҙарҙан килә. Ғүмеремдә күрмәгән Салауаттарҙың, Вәлидиҙәрҙең дә миңә йоғонтоһо бик көслө. Көндәлек тормошомда һәйбәт кешеләр, ысын шәхестәр күп булды. Киләсәк өсөн бөйөк «Урал батыр»ҙы яҙып алып ҡалып, бөйөк ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташым Мөхәмәтша Буранғолов менән аралашып ҡалыуыма шатланам. Мостай Кәрим, Ғайса Хөсәйенов, Рәми Ғарипов кеүек остаздарым булғанына ғорурланам. Шәхестәрҙең бына ниндәйҙәре менән осраштырҙы мине бәхетле яҙмышым!
— Ырымбур, Силәбе, һамар, Ҡурған, һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында йәшәгән милләттәштәребеҙгә үҙ асылдарын юғалтмаҫ өсөн Башҡортостандан етерлек дәрәжәлә ярҙам күрһәтелмәүе билдәле. Ошо мәсьәләне нисек яйға һалырға мөмкин, тип уйлайһығыҙ?
— Тарихи документтарҙа Башҡортостандың күрше өлкәләрҙәге милләттәштәребеҙгә ярҙам итеү бурысы билдәләнгән. Ул төбәктәрҙә бик күренекле тарихи шәхестәр булған, ундағы хәлдәр башҡорт милләтенең үҫешенә көслө йоғонто яһаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул яҡтарҙағы рухташтарыбыҙ менән бәйләнеш хәҙер ныҡ йомшарҙы. Уларҙы юғалтып барабыҙ һымаҡ. Милләттәштәребеҙ йәшәгән төрлө субъекттар араһында Башҡортостан менән ҡул ҡуйылған килешеүҙәр булһа ла, улар эшләмәй тиерлек. Халыҡ көсө менән төҙөлгән, тәү башлап Башҡортостан Республикаһы иғлан ителгән изге Карауанһарайыбыҙ асылда башҡорт өсөн бикле икән, сиктәш милләттәштәребеҙҙең хәле хаҡында нимә әйтәһең? Был хәл Башҡортостанға ғына ҡағылмай, тотош Рәсәй өсөн бик борсоулы мәсьәлә. Үҙем Ырымбур далаларында тыуып үҫтем, ғүмер буйы Башҡортостанды юҡһынып, Уралды һағынып йәшәнек. Минең «Ностальгия» исемле поэмам «Илемдә илемде һағынам» тигән һүҙҙәр менән башлана. Башҡортостандан ситтә тыуып үҫкән башҡорттар бына шундай кисерештәр менән йәшәй. Яҙмышыбыҙ шулай, «Илемдә илемде һағынам» тип көн күрәбеҙ инде.
— Һеҙ Әбйәлил районы ингән округтан Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға депутат булып һайланғайнығыҙ. Ундағы ял йорттарының 80 процентына Магнитогорск байҙары хужа. Был ғына етмәгән, башҡа ерҙәрҙе лә тартып алып бөтөп баралар. Урындағы халыҡ һөйләүенә ҡарағанда, хәҙер урманға барып миндек тә әҙерләй, малдарына бесән дә саба, емеш-еләк тә йыя алмайҙар. Бөтә йәмле ерҙәрҙә бейек таш йорттар төҙөлә, ҡиммәтле дачалар ҡалҡып сыға… Ошо эштәргә берәй нисек сик ҡуйып булмаймы?
Урмандарыбыҙға ла үҙебеҙ хужа түгел хәҙер. Мәскәүҙән «Селена» тигән ойошма урмандарыбыҙҙы 49 йылға арендаға алған. Уйлап ҡына ҡарайыҡ: 49 йыл түгел, бер йылда, хатта бер көндә ҡолас етмәҫлек ҡарағайҙар тейәлгән әллә күпме йөк машиналары Бөрйән, Белорет һәм башҡа урманлы төбәктәрҙән ҡайҙалыр юллана. Ә беҙгә нимә ҡала, ҡара янған ҡаҡ ялан, эшлектән сыҡҡан ташландыҡ ерме? Ошо хыянатсыл, емергес эштәргә ниңә юл ҡуйылды икән? Был хәлде бер нисек тә төҙәтеп булмаймы?
Һеҙҙең шиғырығыҙҙағы «Илемдә илемде һағынам» тигән юлдарығыҙ һәр башҡорттоң йөрәген әрнетәлер бөгөн. Нисек уйлайһығыҙ, беҙҙең халыҡ берәй заман үҙ еренә үҙе тулыһынса ысын хужа булып йәшәй алыр микән?
— Әбйәлилдең хозур тәбиғәтенә Ҡарауыл тауынан һоҡланып торғаным оноторлоҡ түгел. «Ҡарауыл тауы» тигән шиғырым да бар. «Торатау», «Ирәмәл» исемлеләре менән бергә «Тауҙар» шәлкеменә ингән улар.
Был үткер һәм йөрәктәрҙе һыҙландырған һорауға яуап булһын әле ошо шиғри һүҙҙәрем:
Ҡарауылҡай тауы бигерәк бейек,
Тик кәрәкмәй тирҙәр түгәһе, —
Аҫылмалы юлдың көймәһендә
Көйҙәр көйләп кенә менәһе.
Быуат-быуат буйы
Күҙен йоммай
Ошо тауҙа торған ҡарауыл.
Яу күренеү менән ут яҡҡандар,
Утты күреп ҡупҡан бар ауыл.
Ҡарап торам тауҙан,
Йәйрәп ята
Шул уҡ күлдәр, шул уҡ ауылдар.
— Ҡарауыл! — тип, тауҙа ут яҡмайҙар,
Ябырылмай яуҙар лауылдап.
Тик бөтмәгән хәүеф,
Әбйәлилгә
Бик аҫтыртын килә яуҙары.
Алмаҡ булып аҫыл еребеҙҙе,
Хәйлә ҡора мәкер ауҙарын.
Ҡарауыл тауында ҡарауыл юҡ,
Тапалһа ла бөгөн ер йәме.
Илде яҡлар ирҙәр күҙен йомған,
Белмәмеш тә бәндә, күрмәмеш.
Күҙен йоммай башҡа ҡарауылдар,
Беҙҙең ерҙе беҙҙән ныҡ һаҡлай.
Олатайҙарҙан ҡалған урман, күлгә
Ейәндәрен яҡын юллатмай.
Ер-һыу сабыр
Ниҙер көткән һымаҡ,
Өнһөҙ генә беҙгә ҡарай ул.
Бер саҡ ярылыр ҙа,
Ҡарауыл тау
Оран һалыр һымаҡ:
— Ҡарауыл!
«Ошо эштәргә берәй сик ҡуйып булмаймы?» — был һорау бик күптәргә тынғы бирмәй. Ләкин «Илде яҡлар ирҙәр күҙен йомған, белмәмеш тә бәндә, күрмәмеш» — инде. Бөтәбеҙ ҙә ошолай битараф икән, ғәзиз еребеҙҙе йыртҡыстарса һәм бик хәйләкәр талау һаман дауам итәсәк. «Илемдә илемде һағынам» тигән кисерештәр, «һағынырлыҡ илем дә юҡ бит» тигән өҙгөләнеүгә әйләнмәһен ине.
— Әҙ генә хыялланып алайыҡ әле: әгәр һеҙгә республика менән етәкселек итеү мөмкинселеге бирелһә, Башҡортостанда ниндәй үҙгәрештәр индерер инегеҙ?
— Хыял менән йәшәүсе хыялый шағирға «республика менән етәкселек итеү» яуаплылығын кем генә ышанып мөмкинлек бирһен инде? Борон-борондан шағирҙар ил менән идара итеүсе хакимдәргә аҡыллы кәңәштәр бирә килгән, «Шаһнамә»ләрҙе ижад иткән, тик был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалыусылар ғына булмаған тиерлек. Ә инде шағирҙы ил етәксеһе итеү мөғжизәһе була ҡалһа, мин иң элек тормоштағы алдашыуҙарҙың, ялғандың бөтөрөлөүенә, дөрөҫлөктөң тантана итеүенә ирешергә тырышыр инем. Шуға ирешкәндә, бәлки, урлашыуҙар бөтөрөлөр, тырыш кешеләр үҙҙәренең хеҙмәттәре өсөн тейешле баһаһын алыр, илебеҙҙә бәхетлеләр артыр ине. Йәшәйешебеҙҙең төп маҡсаты һәр кемде бәхетле итеү түгелме ни?
— Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа эшләгән йылдарығыҙҙа халҡыбыҙ өсөн бик мөһим булған ниндәй закондарҙы үткәрә алмағанығыҙға үкенес кисерәһегеҙ?
— Рәсәй Федерацияһының мәғариф системаһында ҡатмарлы, йыш ҡына ҡаршылыҡлы процестар барғанлығын педагогтар үҙ тәжрибәһенән сығып яҡшы белә. Уҡыусылар кәмей, мәктәптәр ябыла. Борсолоуға сәбәптәр күп булды, әле лә етерлек. Айырыуса 2007 йылдың декабрендәге 309-ФЗ һанлы закон буйынса 2009 йылдың 1 сентябренән милли-төбәк компонентының бөтөрөлөүе, ни бары федераль компонент ҡалдырыласағы ҙур хафаға һалды. Тыуған телдә аралашып һәм уҡыу, белем алыу Башҡортостан Республикаһының да, Рәсәй Федерацияһының да Конституциялары менән гарантияланған. Милли компоненттарҙы бөтөрөү Төп закондарға ла, башҡа Федераль һәм халыҡ-ара ҡануни документтарға ла, ғөмүмән, федерализм принциптарына, барлыҡ Рәсәйҙең федераль төҙөлөшөнә ҡаршы килә ине. Был хаҡта тәүге Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов үҙенең принципиаль фекерен әйтте, Башҡортостан парламентында, башҡа ҡайһы бер республикаларҙа үткер сығыштар булды. Әммә был изге маҡсаттарға ирешеү мөмкинлеге тыуманы. Ҡабалан үҙгәрештәр уҡытыу системаһында аяныслы хәлдәргә килтерҙе.
— Ысын башҡорт ниндәй булырға тейеш?
— Ысын башҡорт ысын башҡорт булырға тейеш. «Исемең башҡорт икән, башҡорт бул!» — минең бер мәҡәләм шулай атала. Ҡайҙа һәм ҡасан йәшәһәң дә, һәр саҡ милләтеңә, телеңә, ереңә, тарихыңа һәм киләсәгеңә, рухиәтеңә тоғро бул — шәхестән иң элек бына шулар талап ителә. Ә был маҡсаттарға тик тырышлыҡ, тоғролоҡ, туҡтауһыҙ хеҙмәт аша ғына ирешергә мөмкин.
— Һәр башҡорт уҡырға тейешле 5 китапҡа ниндәй әҫәрҙәрҙе индерер инегеҙ һәм Һеҙҙең биш теләгегеҙ?
— Башҡорт уҡырға тейешле әҫәрҙәр биш китапҡа ғына һыйып бөтмәй. Мәктәп «Әлифба»һынан алып, бөйөк Ҡөрьәнгә тиклем ул исемлек бик ҙур, оҙон килеп сығыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр милләттәшебеҙ уҡырға тейешле биш китапты ғына түгел, хатта башҡортса бер генә китапты ла тотоп ҡарамаған башҡорттар йылдан-йыл арта бара, милли матбуғат, нәшриәт үҫә, ә уҡыусыларыбыҙ күҙгә күренеп кәмей. Биш китап уҡыған башҡорт тыуған телендә сыҡҡан башҡа баҫмаларға ла битараф булмаясаҡ, күберәк белергә тырышасаҡ.
Теләктәрҙе лә бишәү менән генә сикләп булмайҙыр. Уларҙың барыһы ла рухи традицияларыбыҙға тоғролоҡ тирәһенә тупланалыр. Тоғро булырға тырышмағандар милләтебеҙҙең тарихи үҫеш юлынан ситтә ҡаласаҡ.
— Әгәр Һеҙ заманында Ырымбурҙан Өфөгә килмәгән булһағыҙ, Башҡортостан шәп халыҡ шағирынан мәхрүм ҡалыр ине. Үҙегеҙҙең уйланғанығыҙ булманымы: әгәр тыуған төйәгегеҙҙә генә ҡалһағыҙ, артабанғы яҙмышығыҙ ниндәй юлдан китер ине?
— Башҡортостандан ситтә ғүмер кисерһә лә, халҡыбыҙ рухына тоғро күп милләттәштәремде беләм. Яҙмыш ҡайҙа ғына илтһә лә, ниндәй тармаҡта ғына эшләһәм дә, күңелем халҡым аманаттарына тоғро ҡалыр ине. Алған һөнәрем буйынса, бәлки, мәктәптә эшләр инем, ошо изге аманаттарҙы балаларға тапшырырға тырышыр инем. Минең булмышым, тәрбиәм шулай.
— Тәүге шиғырығыҙҙы иҫләйһегеҙме, ул ҡасан яҙылды һәм нисек аталды?
— Тәүге шиғырымдың исемен дә, ҡасан яҙылғанын да атап ҡына әйтә алмайым. Һәр хәлдә мәктәптә алтынсы кластарҙа уҡығанда шиғыр яҙғанымды хәтерләйем. Хәҙер һәр яңы шиғырымды тәүге шиғыр яҙған һымаҡ башлайым. Был эштә тәжрибәм арталыр, әммә ижадтың сере кәмемәй, һүҙҙең тылсымы бөтмәй. Һаман артҡан һымаҡ.
— Шиғырҙарығыҙҙы, поэмаларығыҙҙы оҙаҡ яҙаһығыҙмы? Нисек ижад итәһегеҙ?
— Төрлөсә була. Ҡайһы берҙәре бик тиҙ яҙыла, көнөнә бер нисә шиғыр яҙылған саҡтар ҙа бар. Мин һәр шиғырыма яҙылған көнөн ҡуйырға тырышам. Ә бына ҡайһы бер кескәй генә, бер нисә юлдан ғына торғанын да йылдар буйы ижад итәһең, уға ҡат-ҡат әйләнеп ҡайтаһың.
— Һеҙ шиғырҙарығыҙҙың рус теленә тәржемә ителгән варианттары менән ҡәнәғәтһегеҙме? Кемдәрҙең тәржемәләре иң уңышлыһы булды?
— Минең осор шағирҙары Мостай Кәримдәр, Рәсүл Ғамзатовтар һымаҡ рус теленә тәржемә итеүгә тейешле иғтибар бирмәне. Шуға ҙур уңыштар тураһында һүҙ алып барыуы ҡыйын. Хатта Мәскәүҙең үҙендә Әҙәбиәт институтында уҡып ҡайтҡан Рәми ағай Ғариповтар ҙа ижадтың ошо яғына ҙур талап ҡуйып йәшәмәне. Ә бит улар заманында илдә тәржемә эше бик юғары кимәлдә ине.
Мине заманында Игорь Шкляревский, Станислав Куняев һымаҡ таланттар рус теленә тәржемә итһә лә, был яҡтан бик ҡәнәғәтмен тип әйтә алмайым. Ғөмүмән, шиғри тәржемә бик ҡатмарлы хеҙмәт. Һәр әҫәрҙе тейешле сифатта башҡа телдәге уҡыусыларға еткереүе, бәлки, мөмкин дә түгелдер. Башҡа телгә ауҙарғанда шиғырҙың бик күп сифаттары, тик туған телдә әйтелгән үҙенсәлектәре юғала, ауып ҡала шул.
— Ҡәләмдәштәрегеҙҙең юбилей кисәләрендә, республика тормошондағы тантаналы ваҡиғалар айҡанлы халыҡ алдында сығышяһағанығыҙҙы күп тапҡырҙар тыңларға тура килде. Улсығыштар мәғлүмәтлелеге, образлылығы менән үҙҙәре бер әҙәби әҫәргә торошло.
Ҡыҫҡа ғына һүҙ әйтер өсөн дә байтаҡ әҙерләнергә тура киләлер. Әллә һеҙҙең өсөн был эш бик еңелме?
— Ҡәләмдәшең тураһында торошло һүҙ әйтеү, уның ижадына лайыҡлы баһа биреү еңел эш түгел. Сит яҙмышҡа инергә, уныңса кисерергә кәрәк бит. Байтаҡ тир түгәһең. Ҡәләмдәштәрем, тиҫтерҙәрем, остаздарым тураһында тейешле ваҡытта һүҙ әйтә алыуыма ҡыуанам. Ҡайһы саҡта ул һүҙ ҡыҫҡа ғына була, ҡайһы саҡта тотош китапҡа әйләнә. Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов тураһындағы ентекле хеҙмәттәрем шул рәүешле тыуҙы.
— Сит илдәргә сығып ғибрәт ал, тигән бик фәһемле һүҙҙәр бар. һеҙ күп ерҙәрҙә булғанһығыҙ. Был хаҡта «Сәхәрҙәрҙән сығам сәфәрҙәргә» исеме менән юлъяҙмаларығыҙ китап булып та донъя күрҙе. Шулай ҙа әйтегеҙ әле: ниндәй ғибрәттәрҙе үҙебеҙҙең ер, халыҡ өсөн фәһем итеп алдығыҙ?
— Донъя буйлап байтаҡ сәйәхәт ителде, күп илдәрҙең үҙенсәлекле тормошон күрҙем, тырыш кешеләрҙең уңыштарына һоҡландым. Шул сифаттарҙы үҙебеҙҙең ерлектә, ватандаштарым тормошонда ла күргем килде. Һәр сәфәр нимәгәлер өйрәтә, үрнәктәр күрһәтә. Аралашып йәшәү барыбер байытмай ҡалмай ул. Сит яҡтарҙа йөрөп, донъяға киңерәк ҡараш менән ҡайтаһың.
— Тормошоғоҙҙа ауыр саҡтарҙа алға әйҙәүсе, йығылғанда тороп баҫырға ярҙам итеүсе фәрештәләй изге кешеләрегеҙ йәки ниндәйҙер тылсымлы көскә эйә булған ҡөҙрәтле һүҙҙәрегеҙ бармы?
— Ундай ҡөҙрәтле һүҙҙәрҙе әйтеп кенә ауырлыҡтарҙы еңеләйтеп булһа икән дә бит… Ундай тылсымлы көстәр хаҡында хыялланырға ғына ҡала. Шулай ҙа яныңдағы көслө рухлы кешеләр һәр саҡ таяныс була. Әсәйем Рәйлә Латип ҡыҙы шундай ышаныстарымдан ине. Тырышлығы ла, сабырлығы ла үрнәк юғарылығында ине.
— Вазифа биләгән кешеләргә урынлы-урынһыҙ төрлө ауыр һүҙҙәр ишетергә, хатта хыянат кисерергә, көнсөллөк, ялағайлыҡ кеүек кире күренештәр менән дә осрашырға тура килә… Һәр осраҡта ла ғәҙел булырға, рәнйемәҫкә, үс һаҡламаҫҡа, ғәфү итергә кәрәкме, әллә үҙҙәре кеүек яуап биреү дөрөҫөрәкме?
— Тормош булғас, яҡшыһын да, яманын да күрәһең. Яҡшылыҡтар өсөн рәхмәттәр әйтәм, яманлыҡҡа яманлыҡ менән яуап бирергә тырышмайым. Донъя бит, хаталарҙы ла аңларға өйрәнәйек, яуызлыҡтарға яуап итеп, кенә ҡыумайыҡ, ваҡлыҡтарҙы ғәфү итергә өйрәнәйек.
— Донъяла үкенес тойғоһо кисермәгән кеше бармы икән?!. Һеҙҙең дә йәшәлгән йылдарығыҙ осоронда үкенестәрегеҙ юҡ түгелдер. Шуларҙың ҡайһыһы йөрәгегеҙҙе айырыуса әрнетә?
— Бер шиғырымды (ул «Үкенес» тип атала) мин ошолай башлағайным:
Үкенестәр… Әллә тормошобоҙ
Тора микән үкенестәрҙән?..
Һин бит минең сабый саҡтарымда
Асылмайса ҡалған бер тәҙрәм.
Мәктәптә уҡыған саҡта беҙ Урал батырһыҙ, Бабичһыҙ үҫтек. Хатта атаҡлы яҡташтарым Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, ауылдашым, ауаздашым Ғабдулла Амантайҙың хеҙмәттәрен, өләсәйем яғынан яҡын ғына олатайым Сәғит Мерәсовтың хеҙмәттәрен белмәй үҫтек. Сабый сағыбыҙҙа улар асылмайса ҡалған тәҙрә булды. Беҙҙең өсөн улар тыйылғайны. Бик күп рухи ҡиммәттәребеҙгә иң кәрәк сағында, күңелебеҙ ҡағиҙәләре нығына башлағанда барып етә алманыҡ. Хатта хәҙистәрҙең аҡыл донъяһына олоғайып барған сағыбыҙҙа ғына үтеп индек. Беҙ мәктәптә уҡыған ваҡытта әҙәбиәтебеҙҙә декларативлыҡ, буш риторика күп ине. Шулар өлгө булды, беҙҙең булмышыбыҙҙы тәрбиәләне. Яҙмышымдағы иң ҙур үкенестәрҙең береһе бына шулар.
Көнкүрештәге төрлө үкенестәргә туҡталып тормайым. Улар һәр кемдең тормош юлында күп булған, әле лә бар һәм киләсәктә лә буласаҡ. Бәлки, шулар кешене түҙемлеккә, тирә-яғыңа тура ҡарарға өйрәтәлер.
1987 йылдың йәйендә Нефтекамалағы йәштәр семинарынан ҡайтып килгәндәге кисерештәрем йыш ҡына иҫкә төшә. Автобус тулы йәштәр, әҙәбиәтебеҙҙең киләсәген билдәләйәсәк таланттар, әгәр юлда бер-бер һәләкәт була ҡалһа, башҡорт әҙәбиәтенә килеүсе ниндәй таланттар харап буласаҡ, ижад донъябыҙҙың киләсәге ныҡ ҡаҡшаясаҡ бит тип уйлап киләм. Тағы ла шуға инанып ҡуям. Әҙәбиәтебеҙ ундай фажиғәләрҙе элек тә башынан үткәргән бит. 1937 йылғы репрессиялар ваҡытында тотош милли әҙәбиәтебеҙ юҡ ителә, унан һуң һуғыш яландарында ниндәй таланттар ҡорбан була бит. Ләкин ошондай үкенесле хәлдәрҙән һуң да әҙәбиәтебеҙ үҫеш юлынан туҡтамай. Ижади мөхитебеҙҙә шундай ил күләмендәге үкенестәр булмаһын. Тормошобоҙҙағы шәхси ҡыйынлыҡтарҙы, үҙебеҙҙең генә үкенестәрҙе нисек тә еңеп сыға алырбыҙ ул.
— Иң яратып уҡыған әҫәрегеҙҙе атап китә алмаҫһығыҙмы? Ул китаптың тормошта һеҙгә йоғонтоһо булдымы?
— Иң яратып уҡыған әҫәрҙе атап китә алмайым, сөнки ул яңырып тора, яратҡан китаптарыма яңылары өҫтәлә. Әҙәм балаһының бәхете, бәлки, шул яңырыуҙалыр, туҡтауһыҙ матурлыҡтарға, тәрән аҡылдарға һаман юлыға алыуындалыр? Был яңырыу, яратыу туҡтамай, йәшәүҙең мөғжизәһе шунда.
— Яуаплы вазифаларҙа эшләп, ғилми хеҙмәттәр яҙып, шиғриәт менән янып, сәйәсәттең уртаһында ҡайнап, көндәлектәр яҙырға нисек ваҡыт таптығыҙ?
— Көндәлек яҙып барырға күптән ғәҙәтләнгәнмен. Ғәҙәткә әйләнгәс, ваҡыт табыла инде ул. Был жанр беҙҙә бик һирәк, шуға яуаплылыҡ та арта торғандыр.
— Көндәлектәр — ихласлыҡ талап иткән жанр. Уны яҙған кеше шул мәлдә кисергән күңел хистәрен, кисерештәрен асып һала. Күптәр көндәлектәр алып барыуҙан тыйыла. Яҙған хәлдә лә үҙе иҫән саҡта баҫтырмай. Яҙмаларығыҙҙы матбуғатҡа тәҡдим итеп, бөтә ғәмгә билдәле булмаған күңел донъяғыҙҙы уҡыусыға күрһәтеп, нимә уйларҙар, тигән шикләнеү тыуманымы?
— Көндәлектәр генә түгел, барлыҡ ижад ихласлыҡ талап итә. Ихласһың икән, кисергәнеңде йәшереп йәшәй алмайһың. Көндәлектәр яҙып та, уларҙы баҫтырырға теләмәүселәрҙе аңлап бөтөрмәйем. Ул сағында нимәгә яҙырға һуң? Замандаштарың һине дөрөҫ аңламаҫ тип ниңә шикләнергә? Замандаштарыңдан башҡа кем менән серҙәреңде бүлешәһең? Үткәндәргә лә, киләсәк кешеләренә лә әле генә әйткән серебеҙ барып етмәйәсәк. Замандашыңдан башҡа сер бүлешер кешең юҡ. Һине аңлаһа, тулыһынса ул ғына аңлай ала.
— «Ағиҙел» журналында баҫылған «Көндәлектәр»егеҙҙә 2010 йылдың 6 ғинуарында шулай тип яҙғанһығыҙ: «Ваҡытты еткерә алмағанда мин ял, йоҡо сәғәттәрен эш өсөн файҙаланам. Тәүлек ағышын үҙемсә борам, кешенең ғәҙәти йәшәү ритмын емерәм булып сыға. Уйлап ҡараһаң, мин ул сәғәттәрҙе киләсәктән алып торам һәм асылда алдайәшәйәсәк ғүмеремде аңлы рәүештә үҙем теләп ҡыҫҡартам, тигән һүҙ».
Шағирҙар, яҙыусылар, ғөмүмән, һәр төрлө ижад кешеләре һаулыҡҡа зыян килтермәҫлек режим менән генә йәшәйме икән?.. Һеҙҙең ғәҙәти көн тәртибегеҙ нисек ҡоролған: ҡасан тораһығыҙ, нисә сәғәт эш өҫтәле артында ултыраһығыҙ, нисәлә ятаһығыҙ?
— Һаулығыңа зыян килтермәҫлек режим менән йәшәү мөмкин түгелдер ул. Ижад кешеһенә бигерәк тә. Мин бер тәүлектә бер нисә тәүлек йәшәйем. Әҙәмсә көн тәртибем юҡ. Йоҡом да бүленә, эшем дә бүленә. Кешеләр йоҡлағанда эшләп ултырыуым, улар эшләгәндә ял итеүем бик мөмкин. Йоҡо сәғәттәре лә төрлө тәүлектә төрлөсә була. Ижадсыларҙы «ирекле һөнәр кешеһе» тиҙәр. Ә мин бына иркеле ваҡыт кешеһе, әҙәмсә йоҡлап ҡына, әҙәмсә эшләп кенә йәшәгенем юҡ. Йәшерәк саҡта ваҡыт мәсьәләһендә тәртиплерәк булғанмындыр.
— Оҙаҡ йылдар әсәйегеҙ һеҙҙең менән бергә йәшәгән. Оло тормош юлы үткән ҡәҙерле кешегеҙҙән алған ниндәй аҡыл ғүмерегеҙ буйына Һеҙҙең менән буласаҡ?
— Ҡатыным Фәриҙә ҡәйнәһе менән иң оҙаҡ һәм татыу йәшәгән килендәрҙең береһе булды. Һәр хәлдә, мин белгән хәҙергеләренән, бигерәк тә ижад кешеләре араһында. Ҡәйнәһе менән шулай оҙаҡ бергә торған киленде мин белмәйем. Әсәйем аҡыл өйрәтеп ултырырға яратманы. Уның сабырлығы, баҫалҡылығы, тырышлығы беҙҙең өсөн йәшәүҙең иң аҡыллы өлгөһө булғандыр.
— Рауил ағай, йән үлмәй тиҙәр… Йәшәү менән үлем араһында ҡалған ҡайһы бер кешеләр үҙҙәренең элекке тормоштарын хәтерләй, ниндәйҙер башҡа илдә йәшәгәнен, сит телдә һөйләшкәнен әйтә. Хәҙистәрҙе шиғри юлдарға һалған һәм дини тәғлимәттәр менән ныҡлап танышҡан кеше булараҡ, реинкарнацияға ышанаһығыҙмы?
— Әсәйемдең ата-әсәһе минең тыуған ауылым Ҡунаҡбайҙан әсәйем тыуған Ғәбдрәшиткә күсеп килгәс, күрше йортта йәшәне. Бик дини кешеләр ине, намаҙҙы ҡалдырманылар, ураҙа тоттолар, ҡорбан салып, ҡунаҡ саҡыра торғайнылар. Ошондай дини мөхит миңә лә йоғонтоһоҙ ҡалмағандыр. Беҙҙең быуын, әлбиттә, пионер, комсомол тәрбиәһе алып үҫте, ләкин күңелебеҙҙә иман бөтмәгән. Йәндең йәшәүенә ышанысым арта бара.
— Хәҙистәрҙе шиғыр юлдарына һалырға тотонорға нимә сәбәпсе булды?
— Ҡөрьәндең изге китап икәнен бәләкәстән аңлаһаҡ та, хәҙистәрҙе беҙ белмәй үҫтек. Мин хәҙистәрҙе тәүге тапҡыр уҙған быуаттың аҙағындамы, яңы быуаттың башындамы сәхнә йондоҙобоҙ Әхтәм Абушахманов уҡыуында радионан тыңланым. Уларҙағы фекер тәрәнлеге мине хайран ҡалдырҙы. Шунан һуң хәҙистәрҙе эҙләй башланым, төрлө китаптарҙан, йыйынтыҡтарҙан табып туплай барҙым. Ул тапҡыр һүҙҙәрҙе шиғыр иткем килде. Шиғырға әйләнгән тәүге хәҙис былай:
Сын иптәш гүйә һата хуш еҫле май,
Уның менән бер күрешкәс, кем хушһынмай!
Алмаһаң да унан бер ни, нуры балҡый,
Гүйә аңҡый усҡа яғылып хуш еҫле май!
Яңы быуат минең өсөн хәҙистәрҙән башланды. 2001 йылда «Йөҙ ҙә бер хәҙис» тигән беренсе китап, 2003 йылда икенсеһе, 2006 йылда өсөнсөһө донъя күрҙе. Ошо кескәй йыйынтыҡтарҙы сығарыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән мәрхәмәтле кешеләргә ихлас рәхмәттәремде еткерәм. 2009 йылда башҡорт һәм урыҫ телендә Иглин районының ул ваҡыттағы хакимиәт башлығы Ришат Сәлмән улы Исхаҡовтың спонсор ярҙамында «Өс йөҙ ҙә өс хәҙис. Триста три хадиса» тигән матур баҫма донъя күрҙе. Был эште дауам итергә тырыштым. 2018 йылда «Ағиҙел» журналы китапханаһында «Ете йөҙ ҙә етмеш ете хәҙис» тигән йыйынтығым донъя күрҙе. Бының менән туҡтап ҡалмаҫҡа, эшемде дауам итеп, шиғри хәҙистәр һанын мең дә бергә еткерергә, башҡорт һәм рус телендә айырым китап итеп уҡыусыларға тәҡдим итергә ине. Был уйым да томошҡа ашыр тип өмөтләнәм.
Юғары көстөң барлығына ышанам, Күңелем менән хас мосолман булһам да, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дини йолаларҙы тота алмайым. Әммә киләсәктә матур үҙгәрештәр булыр тип өмөтләнәм.
— Күңелегеҙҙә әле яҙыласаҡ ниндәй әҫәрҙәр йөрөй?
— Шәйехзада Бабич тураһындағы ғилми хеҙмәтемде йәшерәк саҡта яҙғайным. Бәлки, ашығысыраҡ та булғандыр. Рәми Ғарипов тураһындағы китабым ентеклерәк тә, күләмлерәк тә килеп сыҡты. Бабичҡа яңынан әйләнеп ҡайтҡым, арҙаҡлы шәхестәр хаҡындағы китаптар рәүешендә киңәйтеберәк яҙғым килә. Ваҡытым, көсөм етерме тип ҡайғырыбыраҡ та ҡуям. Нимә генә тиһәк тә, һикһән йәшемә килеп еттем бит.
— Юбилей мәшәҡәттәре алдынан ваҡытығыҙ тығыҙ булһа ла һорауҙарыбыҙға ихлас яуап биреүегеҙгә рәхмәт! Һеҙгә ижадығыҙҙа ниәт иткән уй-теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырырға ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.
2018 йыл